Антарктика
Википедия – ирекле энциклопедия
Анта́рктика — Ер шарының көнъяҡ ҡотобондағы өлкәһе, Антарктида һәм уға сиктәш Атлантика океаны, Һиндостан океаны һәм Тымыҡ океаны өлөштәрен үҙ эсенә ала (ҡай ваҡыт океандарҙың был өлөштәре айырым бер Көнъяҡ океаны итеп иҫкә алалар). Антарктика сиге 48–60° к.к. үтә. Дөйөм майҙаны 52 Мм² тирәһендә.
Антарктика — һауа температураһы түбән, көслө елдәр, борандар һәм томандар булған Ерҙең иң ҡаты климатлы өлкәһе. Антарктида китғаһы һәм яҡын утрауҙар өҫтөндә боҙ ҡатламы ята. Субантарктика райондарында иң йылы айҙың урта температураһы +10°C, иң һыуыҡ айҙың урта температураһы 0° C -тан алып −10°C –ҡа тиклем була.
Һалҡын Антарктика һыуҙары крильгә (ваҡ ҡыҫала һымаҡтар) һәм балыҡҡа бай. Бында күп тюлень, котик һәм кит йәшәй. Яр буйында поморник һәм альбатрос кеүек диңгеҙ ҡоштары, шулай уҡ пингвиндарҙың һигеҙ төрө бар. Утрауҙарҙа тундра үҫемлектәре, күп ҡош бар.
[үҙгәртергә] Тағы ҡара
- Арктика
[үҙгәртергә] Ссылки
Ҡалып:Региондар