Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы
Википедия – ирекле энциклопедия
Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы 1928 йылдың 15 сентябрендә БАССР, Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы), Иҫке Яҡуп ауылында донъяға килгән. Башҡорт актеры, ҡурайсы, йырсы, композитор.
- 1943 йылда Баймаҡ башҡорт колхоз-совхоз драма театры труппаһына ҡабул ителә һәм 1949 йылға тиклем шунда эшләй.
- 1949-1952 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
- 1953-1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия театры актеры.
- 1966-1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы һәм солисты.
- 1973 йылда БАССР Халыҡ артисты.
- 1974 йылда Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты.
- 1975 йылда РСФСР Атҡаҙанған артисты.
Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып етлегеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарынан береһе, үҙенә бер бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-ипровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.
Уның ижады менән, ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре керә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна» һ.б.
Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтене Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, ФРГ-ла, Польшала, Венгрияла, Афганистанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.
- 1984 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт:
Шакур Р. Ишмулла Дильмухаметов //Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. Уфа, 1987.