Иман
Википедия – ирекле энциклопедия
Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу.
Ислам динендә кешене ЫШАНЫУ тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә. Мосолмандарҙҙың ундай көсө, ышанысы – Иман.
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ барлығына, Уның фәрештәләренә, иҙге китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, изгелек һәм яуызлыҡтың АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ тәҡдире менән булыуына ышаныуҙы «Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип тел менән әйтеү – Иғтиҡад, йәки Иман килтереү була.
Иман килтереү мосолмандарға фарыз булғын биш ғәмәлдәң тәүгеһе.