Web - Amazon

We provide Linux to the World


We support WINRAR [What is this] - [Download .exe file(s) for Windows]

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
SITEMAP
Audiobooks by Valerio Di Stefano: Single Download - Complete Download [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Alphabetical Download  [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Download Instructions

Make a donation: IBAN: IT36M0708677020000000008016 - BIC/SWIFT:  ICRAITRRU60 - VALERIO DI STEFANO or
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Wikipedia:Хәким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын ҡарау — Wikipedia

Wikipedia:Хәким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын ҡарау

Википедия – ирекле энциклопедия

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Хәким вазифаһына дәғүә итеү тәртибе

Хәким исеме был проектта ҡатнашҡан ышаныслы кешеләргә бирелә, иң беренсе сәбәбе - вәхшилектән һаҡланыу. Был исемде биреүҙәге иң мөһим тотҡарлыҡ, ҡатнашыусының эйә булған мөмкинселектәрен кәрәкле урында ҡулланып ҡулланмаясағы. Бынан башҡа, хәким булырға теләүсенең ышаныслы булыуы ғына етмәй, хәкимлек вазифаһын башҡарыу өсөн теләге һәм мөмкинселеге лә булырға тейеш. Хәкимдең хоҡуҡтарының күп булыуы, бурыстарының да күп булыуы менән тигеҙләнергә тейеш.

Хәким исеме бейҙәрҙең береһе тарафындан бирелә. Бының өсөн хәкимлек вазифаһын башҡарырға теләүсенең ғариза яҙыуы кәрәк. Хәкимлек исемен биреү ваҡытында күп күрһәткестәр иҫәпкә алына; бигерәк та башҡа ҡатнашыусыларҙың хәкимлек исеменә дәғүә итеүсе тураһындағы фекер алышыуҙары һәм һайлау һөҙөмтәләре. Һайлау, ҡатнашыусының хәкимлек исеменә дәғүә итеүе тураһында белдереү менән башлана (ҡотҡо һалыу өсөн баш ороу иҫәпкә алынмай) һәм дәғүә итеүсенең битендә уның турында уртаҡ фекергә барыу билдәле булғандан һуң бер аҙна (7 көн) үткәс тамамлана. Һайлауҙа теркәлгән һәм хәким исеменә дәғүә итеү белдерелгәнгә тиклем кәмендә 5 төҙәтеү эшләгән ҡатнашыусылар ҡатнаша ала.

Дәғүә итеүсенең башҡорт телендәге Википедия бүлегендә кәмендә дүрт ай ҡатнашыуы һәм иң әҙендән биш йөҙ төҙәтеү эшләүе талап ителә. Әгәр ҡатнашыусының хәким исенә лайыҡлы булыуындан шөбһәләнәһегеҙ икән – ҡаршы тауыш бирегеҙ, әгәр ул кеше тураһында бер ни ҙә белмәһәгеҙ – һайлауҙан тыйылығыҙ.

Бейҙәрҙең бурысы – ҡатнашыусыларҙың фекер алышҡан һәм асыҡ рәүештә ыңғай тауыш алғаны билдәле булған кандидаттарҙы ҡарау. Бейҙәр хәким исемен биреүгә бик яуаплы һәм ентекле ҡарарға тейештәр. Һайлау һөҙөмтәләренә ҡарау ғына етмәй, уның ҡылған эштәрен (бигерәк тә аҙаҡҡы осорҙа) ентекле тикшереү, шулай уҡ уның өсөн тауыш биргән ҡатнашыусыларҙың һайлау өсөн генә теркәлмәүе - ысын булыуы кәрәк.

Әгәр бер сәбәптән дәғүә итеүсенең талабы кире ҡағылған икән (бейҙәр сәбәптәрҙе бик ентекле аңлатырға тейештәр), яңынан дәғүә итеүгә тиклем ҡатнашыусыға Википедияның үҫешендә арыуыҡ ҡына ваҡыт әүҙем ҡатнашыуы кәңәш ителә. Кире ҡағылыуға һис тә үпкәләү кәрәкмәй, кире ҡағыу ҡатнашыусының Википедияға кереткән өлөшөн баһалау түгел, ул ҡатнашыусының хәким исеменә тап килеүе тураһында берләшмәнең бик ышанысы булмауы ғына.

Әгәр бер аҙналыҡ мөҙҙәттең бөтөүенә ҡарамаҫтан бейҙәр тарафындан ҡарар бирелмәһә уларға был турала белдерегеҙ, сөнки яуап бирмәү күбеһенсә онотҡанлыҡтан килә: аҙна аҙағында биттәге әүҙемлек һүнеп ҡала тигәндә була.

[үҙгәртергә] Хәким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын яҙыу тәртибе

Ғаризаны теләгән рәүештә яҙығыҙ, ләкин етди булһын, башҡа ҡатнашыусыларҙың шаяртыуығыҙҙы аңламауҙары мөмкин. Ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ:

  • Хәкимдәрҙең ҡайһы вазифаларын башҡарасаҡһығыҙ?
  • Википедияға кереткән өлөшөгөҙҙө нисек баһалайһығыҙ?
  • Википедияның башҡа ҡатнашыусылары менән аңлашмаусанлыҡтарығыҙ булдымы? Булды ниһә, уны нисек хәл иттегеҙ һәм тағы ла булыр тип уйлайһығыҙмы?

[үҙгәртергә] Ғаризалар

[үҙгәртергә] Haqmar

Мин Haqmar. Хәким исеменә дәғүә итеүемде белдерәм. Минең турала шәхси битемдә уҡый алаһығыҙ. Кәңәштәрегеҙ, фекерҙәрегеҙ һәм теләктәрегеҙ булһа минең менән фекер алышыу битенә яҙығыҙ.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә бер генә хәким булғанлыҡтан, вазифаларҙы бүлешеп тормаҫбыҙ (буталсыҡ сығыр тип уйламайым) тип бөтә хәкимлек бурыстарын башҡарырға әҙермен. Википедияла ярты йылдан ашыу ҡатнашам һәм мөмкинлек булғанда кереп үҙгәрештәр яһап торам. Һуңғы ваҡыт мәҡәлә яҙғаным юҡ, «Белешмә» бүлемен яҙыу менән булышам. Башҡа ҡатнашыусылар менән аңлашмаусанлыҡтарым булғаны юҡ, булыр тип тә уйламайым.

Минең туралағы фекерҙәрегеҙҙе ошо биттә ҡалдырһағыҙ бик шат булыр инем.

  • Мин Haqmar кандидатураһын хуплайым Mutagar 18:54, 6 сентября 2006 (UTC)
  • Извините за русский. У меня спросили мнения по ситуации; мне кажется, что, с одной стороны, активные правки с 25 июля 2006 при их небольшом числе — мало для администратора, но с другой стороны раздел небольшой, в активных носителях языка нужда есть, второй администратор нужен уже хотя бы как дублёр — поэтому вполне можно дать статус Haqmar’у, пока у него есть энтузиазм делать администраторскую работу. Если есть какие-то колебания или если смущает "несолидное" голосование, напоминаю, что в Википедии есть понятие «временный администратор», это когда человеку статус даётся на определённый срок до проведения выборов. Можно назначить Haqmar’а администратором на полгода, это снимет все вопросы и колебания, вроде. Поздравляю, что вы доросли до этой ситуации! Дальнейших успехов, коллеги. — Amikeco 23:13, 7 сентября 2006 (UTC)
  • Киләсәк быуындар Haqmar’ҙың хәкимлеккә дәғүәһе дөрөҫ ҡаралмаған тигән ғәйеп таҡмаһындар өсөн мин урыҫ һәм осетин бүлектәрендәге MaxiMaxiMax һәм Amikeco кәңәш һорап мөржәғәт иттем. Түбәндә MaxiMaxiMax кәңәше. --Рөстәм Нурыев 03:51, 8 сентября 2006 (UTC)
Я вижу, что в башкирском разделе всего два админа, но на 100 зарегистрированных участников это уже немало. 100 правок для участника - это, конечно, немного. Тем не менее, если человек хочет принимать более активное участие в проекте, то, мне кажется, стоит дать ему такую возможность - поощрение заинтересованных участников-энтузиастов наверняка придаст проекту ускорение. Если Вы сомневаетесь в его надёжности - побеседуйте с ним лично, чаще всего можно понять что человек из себя представляет. Голосование при наличии 3 активных участников действительно особого смысла не имеет - можно присвоить статус админа если нет причин не присвоить. Если возникнут проблемы с новым админом - обращайся к стюардам на мету - они могут снять с него статус. Желаю башкирскому разделу побыстрее развиться в действительно серьёзный и авторитетный проект, всё же язык знают более 1,3 миллиона человек, это уже неплохая база. MaxiMaxiMax 05:19, 7 сентября 2006 (UTC)
  • Бөгөнгө көнгә Википедияның башҡорт бүлегендә ике хәким иҫәпләнә. Әммә Untifler иҫәпкә бар, һанға юҡ. Миңә хәким вазифаһы бирелгәндән һуң бүлектә күренгәне юҡ. Һәр бүлектә иң кәмендә ике әүҙем хәким булырға тейеш тигән фекерҙәмен. --Рөстәм Нурыев 04:22, 8 сентября 2006 (UTC)

Haqmar’ҙың хәким вазифаһына дәғүә итеүе буйынса ҡарар. 2006 йылдың 8 сентябрендә Haqmar үҙ ирке менән Википедияның башҡорт бүлегендә хәким вазифаһын үтәй башланы. Электрон почтаң мотлаҡ эшләп китәргә тейеш. Хәким бурыстарын үтәгәндә сабыр һәм түҙемле бул. Баш-баштаҡланып ҡарар ҡабул итмә. Кәрәк саҡта ҡарар ҡабул итеүҙән ситләшмә. Уңыштар һиңә. Ҡотлайым. --Рөстәм Нурыев 06:18, 8 сентября 2006 (UTC)

Our "Network":

Project Gutenberg
https://gutenberg.classicistranieri.com

Encyclopaedia Britannica 1911
https://encyclopaediabritannica.classicistranieri.com

Librivox Audiobooks
https://librivox.classicistranieri.com

Linux Distributions
https://old.classicistranieri.com

Magnatune (MP3 Music)
https://magnatune.classicistranieri.com

Static Wikipedia (June 2008)
https://wikipedia.classicistranieri.com

Static Wikipedia (March 2008)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com/mar2008/

Static Wikipedia (2007)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com

Static Wikipedia (2006)
https://wikipedia2006.classicistranieri.com

Liber Liber
https://liberliber.classicistranieri.com

ZIM Files for Kiwix
https://zim.classicistranieri.com


Other Websites:

Bach - Goldberg Variations
https://www.goldbergvariations.org

Lazarillo de Tormes
https://www.lazarillodetormes.org

Madame Bovary
https://www.madamebovary.org

Il Fu Mattia Pascal
https://www.mattiapascal.it

The Voice in the Desert
https://www.thevoiceinthedesert.org

Confessione d'un amore fascista
https://www.amorefascista.it

Malinverno
https://www.malinverno.org

Debito formativo
https://www.debitoformativo.it

Adina Spire
https://www.adinaspire.com