Ҡошсо (ҡәбилә)
Википедия – ирекле энциклопедия
thumb|Тамға Ҡошсо (ҡәбилә), Ҡошсолар. Әйле башҡорттарына ҡараған ҡәбилә. Ырыуҙарға бүленеше һаҡланмаған.
Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары – ҡайын, муйыл, ҡоштары – аҡҡош, орандары – Салауат.
Ҡошсолар Үҙәк Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләнән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Төркиҙәр менән көнбағышҡа походттарҙа ҡатнашҡандар (беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында). XII-се быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIV-се быуат аҙағында төрлө халыҡтар араһына, шул иҫәптән башҡорттар араһына инеп тарала. Тәү башлап Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төнъяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп ултырғандар.
Ҡошсоларҙың ауылдары Башҡортостандың Мәсетле районында – Абдулла, Айып, Борғатья, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙ-Тамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тимербай, Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй. Сведловск өлкәһенең Красноуфим һәм Әртә райондарында – ( яҙып бөтөлмәгән).