Web - Amazon

We provide Linux to the World


We support WINRAR [What is this] - [Download .exe file(s) for Windows]

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
SITEMAP
Audiobooks by Valerio Di Stefano: Single Download - Complete Download [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Alphabetical Download  [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Download Instructions

Make a donation: IBAN: IT36M0708677020000000008016 - BIC/SWIFT:  ICRAITRRU60 - VALERIO DI STEFANO or
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Мәсетле районы — Wikipedia

Мәсетле районы

Википедия – ирекле энциклопедия

Википедия - ирекле энциклопедия.

Мәсетле районына рәхим итегеҙ!
Увеличить
Мәсетле районына рәхим итегеҙ!


Мәсетле районы Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Майҙаны - 1557 км2. Башҡортостандың Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфим, Әртә райондары менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. 1932 йылда Мәсетле исеме бирелгән.

Район үҙәге 1930-1932 йылдарҙа - Дыуан-Мәсетле, 1932-1935 йылдарҙа - Ләмәҙ-Тамаҡ, 1935 йылдан - Оло Устикин ауылы.Район үҙәгенән Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) - 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) - 126 км алыҫлыҡта.

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4%), татарҙар (23,6%), урыҫтар (16,6%) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ - 1 км2 16 кеше тура килә. Районда 49 ауыл бар. 2005 йылда Төрөпкилде ауылы бөтөрөлде. Ҙур ауылдар - Оло Устикин (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Устикин (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны түбәндәгесә:

1939 1959 1970 1979 1989 2002
26300 28069 25406 23408 25604


Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандары имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ ятҡылығы (Оло Устикин), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Устикин), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Устьикин), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Бартук, Оло Устикин) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) бар.

Район аша Мәсәғүт-Ачит, Оло Устикин-Балаҡатай, Оло Устикин-Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.

Төп етештереү тармағы булған ауыл хужылығы бөгөнгө көндә иҡдисади көрсөктә. Ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә мағсуслашҡан. Картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Аыул хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр - 83,7 мең, көтөүлектәр - 19,2 мең, сабынлыҡтар - 3,8 мең га майҙан биләй.

Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, "Ҡарағай" шифаханаһы урынлашҡан.

40 дөйөм белем биреү , шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 - се профессионал белем биреү училищеһе эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.

Башҡорт телендә "Беҙҙең тормош", урыҫ телендә "Наша жизнь" гәзиттәре сыға.

[үҙгәртергә] Район ауылдары

Мәсетле районы ауылдары һәм 1989 и 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Ауылдар 1989 2002
Район буйынса бөтәһе 23408 25604
Абдулла ауыл советы 508 564
Абдулла 495 553
Жвакин 13 11
Әжекәй ауыл советы 719 750
Әжекәй 719 750
Әләгәҙ ауыл советы 3139 3411
Әләгәҙ 1186 1323
Әй 40 50
Борғатья 244 260
Буртаҡ 270 289
Оло Ҡыҙылбай 494 508
Кесе Ҡыҙылбай 73 80
Мәләкәҫ 282 274
Октябрьск 501 580
Теркеле 49 47
Оло Аҡа ауыл советы 2002 1993
Оло Аҡа 1227 1201
Ключевой 197 210
Степной 224 255
Урта Аҡа 354 327
Оло Устикин ауыл советы 6609 7812
Оло Устикин 6347 7557
Сальйоғот 262 255
Дыуан-Мәсәтле ауыл советы 1603 1740
Дыуан-Мәсетле 651 669
Бурансы 215 220
Ғүмәр 203 216
Йыланыш 185 221
Ҡаранай 134 185
Түбәнге Туҡбай 215 229
Ҡорғат ауыл советы 701 648
Ҡорғат 402 350
Тимербай 111 90
Юлай 188 208
Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы 1723 1808
Ләмәҙ-Тамаҡ 519 522
Ҡотош 363 360
Һабанаҡ 439 437
Һөләймән 402 489
Кесе Устикин ауыл советы 945 1226
Кесе Устикин 435 570
Үрге Бобин 16 15
Түбәнге Бобин 494 641
Яңы Мишәр ауыл советы 1046 1151
Яңы Мишәр 519 481
Аҙанғол 266 296
Көршәле 134 225
Төрөпкилде 4 0
Ясин 123 149
Яңы Мөслим ауыл советы 1082 1072
Яңы Мөслим 1082 1072
Яңы Яуыш ауыл советы 802 861
Яңы Яуыш 491 531
Иҫке Мишәр 311 330
Ростов ауыл советы 1179 1093
Теләш 581 538
Ишәле 237 209
Тәкә 361 346
Йонос ауыл советы 1350 1475
Йонос 373 382
Әбдрәхим 261 326
Айып 266 307
Тайыш 309 328
Тимерәк 141 132



Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан.Краткая энциклопедия. —- Уфа, 2000.
  • Населенные пункты Республики Башкортостан. Статистический сборник. Комитет государственной статистики Республики Башкортостан. Уфа. 2004. стр110-111
Our "Network":

Project Gutenberg
https://gutenberg.classicistranieri.com

Encyclopaedia Britannica 1911
https://encyclopaediabritannica.classicistranieri.com

Librivox Audiobooks
https://librivox.classicistranieri.com

Linux Distributions
https://old.classicistranieri.com

Magnatune (MP3 Music)
https://magnatune.classicistranieri.com

Static Wikipedia (June 2008)
https://wikipedia.classicistranieri.com

Static Wikipedia (March 2008)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com/mar2008/

Static Wikipedia (2007)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com

Static Wikipedia (2006)
https://wikipedia2006.classicistranieri.com

Liber Liber
https://liberliber.classicistranieri.com

ZIM Files for Kiwix
https://zim.classicistranieri.com


Other Websites:

Bach - Goldberg Variations
https://www.goldbergvariations.org

Lazarillo de Tormes
https://www.lazarillodetormes.org

Madame Bovary
https://www.madamebovary.org

Il Fu Mattia Pascal
https://www.mattiapascal.it

The Voice in the Desert
https://www.thevoiceinthedesert.org

Confessione d'un amore fascista
https://www.amorefascista.it

Malinverno
https://www.malinverno.org

Debito formativo
https://www.debitoformativo.it

Adina Spire
https://www.adinaspire.com