Web - Amazon

We provide Linux to the World


We support WINRAR [What is this] - [Download .exe file(s) for Windows]

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
SITEMAP
Audiobooks by Valerio Di Stefano: Single Download - Complete Download [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Alphabetical Download  [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Download Instructions

Make a donation: IBAN: IT36M0708677020000000008016 - BIC/SWIFT:  ICRAITRRU60 - VALERIO DI STEFANO or
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Хисмәтуллин Сисәнбай — Wikipedia

Хисмәтуллин Сисәнбай

Википедия – ирекле энциклопедия

Хисмәтуллин Сисәнбай, мулла, хажи, мәғрифәтсе. 1844 йылда Өфө губернияһы Златоуст өйәҙе Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы ). 1917 йылда шул уҡ ауылда үлгән тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (июль айы) исемлегенә теркәлгән.

Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, Ҡаҙан ҡалаһында дини семинария тамамлаған. Шул уҡ семинарияла уҡытҡан да. Бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған. Тыуған ауылына ҡайтҡас мәхрифәтселек һәм дауалау менән шөғөлләнгән.

Ата - бабалары, туғандары һәм тоҡомо шәжәрәлә күрһәтелгән.

[үҙгәртергә] Ралит ағай Ғөнсәровтан 2006 йылда яҙып алынды

Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә хәҙерге Стәрлебаш районына ҡараған Стәрлебаш ауылындағы Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда Ҡасимиә мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм Ғәрәбстанға Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта.


Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтьйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто ХХ быуаттың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы йәүгирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғинятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә.


Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжһә ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуйа. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә.


Сисәнбай хәҙрәттең бер малай, ике ҡыҙы була. Малайы Ғөнсәр, ҡыҙҙары Зөбәйҙә һәм Гөлйыһан. Әхмәтйән мулла менән ҡоҙа булышалар.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 2000.
Our "Network":

Project Gutenberg
https://gutenberg.classicistranieri.com

Encyclopaedia Britannica 1911
https://encyclopaediabritannica.classicistranieri.com

Librivox Audiobooks
https://librivox.classicistranieri.com

Linux Distributions
https://old.classicistranieri.com

Magnatune (MP3 Music)
https://magnatune.classicistranieri.com

Static Wikipedia (June 2008)
https://wikipedia.classicistranieri.com

Static Wikipedia (March 2008)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com/mar2008/

Static Wikipedia (2007)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com

Static Wikipedia (2006)
https://wikipedia2006.classicistranieri.com

Liber Liber
https://liberliber.classicistranieri.com

ZIM Files for Kiwix
https://zim.classicistranieri.com


Other Websites:

Bach - Goldberg Variations
https://www.goldbergvariations.org

Lazarillo de Tormes
https://www.lazarillodetormes.org

Madame Bovary
https://www.madamebovary.org

Il Fu Mattia Pascal
https://www.mattiapascal.it

The Voice in the Desert
https://www.thevoiceinthedesert.org

Confessione d'un amore fascista
https://www.amorefascista.it

Malinverno
https://www.malinverno.org

Debito formativo
https://www.debitoformativo.it

Adina Spire
https://www.adinaspire.com