Ураҙа
Википедия – ирекле энциклопедия
Ураҙа, мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһе. Ураҙа таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау - эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙын тыйылып торорға ҡуша. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешелер тороға тейеш.
Ураҙа тотор алдынан ниәт әйтеү мотлаҡ, ниәт әйтелмәһә ураҙа дөрөҫ булмай. Ураҙа ниәте: Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. АЛЛАҺУ ӘКБӘР. Мәғәнәһе: АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем.