Web - Amazon

We provide Linux to the World


We support WINRAR [What is this] - [Download .exe file(s) for Windows]

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
SITEMAP
Audiobooks by Valerio Di Stefano: Single Download - Complete Download [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Alphabetical Download  [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Download Instructions

Make a donation: IBAN: IT36M0708677020000000008016 - BIC/SWIFT:  ICRAITRRU60 - VALERIO DI STEFANO or
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Википедияның башҡорт теленә файҙаһы — Wikipedia

Википедияның башҡорт теленә файҙаһы

Википедия – ирекле энциклопедия

Википедия һәр ҡатнашыусы өсөн файҙалы

ba.wikipedia.org проекты тураһында


Мәҙәниәт ҡомартҡылары. Был төшөнсә бик йыш ҡына иҫке йорттар, төрлө тарихи әйберҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә -- матди монаяттар менән күҙаллана. Әммә, һәр бер халыҡтың холоҡ-фиғелен һәм донъяға ҡарашын белдергән әһәмиәтле мәҙәниәт ҡомартҡыларындан береһе (иң әһәмиәтлеһе булмаһа әле) – ул халыҡтың теле. Дөрөҫ, тел – үҙенсәлекле, матди булмаған ҡомартҡы. Шуның өсөн дә тел күҙаллаған мәҙәниәт ҡомартҡылары кеүек түгел, башҡасараҡ һаҡланырғә тейештер. Һәр халыҡ мәҙәниәтенең һаҡлауға лайыҡлы булыуын шөбһәләнеүсе бар микән? Ысынлап та, телде музей витринаһы аҫтына һалып булмай. Башҡа матди булмаған ҡомартҡыларҙан да (мәҫәлән халыҡ әҙәбиәтенән) айырылып тора. Халыҡ риүәйәттәрен китап итеп баҫып киләсәк нәҫелдәр өсөн һаҡлап була. Ә бына телде иһә… Әлбиттә һүҙлектәр, уҡыу әсбәптары баҫтырыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен киң күләмдә уҡытыу телдең һаҡланыуына, киләсәктә был телдә һөйләшеп-һөйләшелмәүегә ныҡ тәҫьир итәсәк. Әммә ләкин, көндәлек тормошобоҙҙа үҙ телебеҙҙә аралашмаһаҡ, әйтеп үтелгән саралар нәтижәһе түбән буласаҡ. Иғтибар итегеҙ! Хәҙерге ваҡытта үҙ телебеҙҙә аралашҡанда урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланабыҙ. Был йоттан нисек ҡотолорға, Интернет селтәрендә «йәшәгән» ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә башҡорт телендә аралашыу мөмкинселектәре етәрлекме һуң? Беҙ – Википедияның башҡорт бүлексәһен төҙөүҙә ҡатнашыусылар, был сара башҡорт теленең һаҡланыуына тос өлөш индерәсәгенә инанабыҙ.

Нимә һуң ул Википедия? Википедия – ул энциклопедия, әммә ғәҙәти энциклопедия түгел. Ғәҙәти булмауы - ҡағыҙҙа түгел, ә Интернет киңлектәрендә булыуында ла ғибәрәт түгел. Википедияның иң мөһим үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Һәм был мөмкинлектәрҙе ҡулланыу хоҡуғы бөтәһе өсөн бер кимәлдә. Википедияла ысын мәғәнәһендә «demokratia». Бындай форсатты дөрөҫ ҡуллана алыуыбыҙҙы иҫбат итеү йәһәтенән дә әһәмиәте бик ҙур. Сөнки беҙҙең аңыбыҙҙа «demokratia», «revoluzia», «anarxia» кире һәм яман мәғәнәлә һеңеп ҡалған. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрҙә ошондай һорауҙар тыуыуы ла мөмкин – бындай «тәртипһеҙлек» ҡыйын хәлдәр тыуҙыралыр бит? Сөнки «вәхшиҙәр» дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе юйып ялғандарын урынлаштыра ала. Ниндәйҙер мәҡәлә буйынса төрлө ҡараштар булып, бер фекергә килә алмаған бәхәстәр ҡупһа ни эшләргә? Насар уйлы кешеләрҙең эшләгән төҙәтмәләрен элекке хәленә килтереү ҡыйын түгел -- мәҡәләнең бөтә өлгөләре лә хәтерҙә һаҡлана. «Вәхшиҙең» ҡылған ҡылығын төҙәтеү өсөн кәрәкле төймәләргә ике тапҡыр сиртеү ҙә етә. Яңы индерелгән төҙәтеүҙәр исемлеккә индерелеп бара, ә хәкимдәр бөтә үҙгәрештәрҙе тикшереп баралар. Бынан башҡа, әүҙем ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынған мәҡәләләрен махсус исемлеккә керетәләр һәм ундағы үҙгәрештәрҙе күҙәтәләр. Икенсе мәсьәлә (мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө) -- ҡыйыныраҡ, ләкин уны ла сисеп була. Википедия рәсми рәүештә бөтә фекерҙәргә лә тарафһыҙ ҡараш сәйәсәтенә таяна. Әгәр мәсьәлә бәхәсле булһа, мәҡәләлә мәсьәләгә ҡағылышлы бөтә ҡараштарҙы белдерергә кәрәк. Әгәр ҡатнашыусылар уртаҡ фекергә килә алмай мәҡәләне тегеләй ҙә былай ҙа төҙәтәләр икән (төҙәтеү һуғыштары тиҙәр), хәкимдәр мәҡәләне төҙәтеүҙе яба алалар. Бәхәсле мәҡәләләрҙе хәл итеү өсөн һәр мәҡәләнең фекер алышыу бите бар. «Бөтәһе лә бер тигеҙ хоҡуҡлы тип атала, ә хәкимдәр ҡайҙан барлыҡҡа килә» -- тигән һорау бик урынлы. Википедиялағы хәким -- ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы. Википедия эшмәкәрлегендә хәкимдәрҙең башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.

Бының өсөн теләгән мәҡәләнең өҫтөндәге «Үҙгәртергә» төймәһенә баҫыу етә. Керетелгән төҙәтеү шунда уҡ пәйҙә буласаҡ. Үҙгәртеүҙәрҙең ябай булыуы арҡаһында Википедия көнүҙәгендәге мәсәләләргә тиҙ яуап бирә һәм иҫкергән мәғлүмәттәр кәмей. Шул тиҙлеге лә был энциклопедияның ғәҙәти булмаған исемен аңлата инде: «вики» (дөрөҫөрәге «викивики») гаваи телендә «тиҙерәк» мәғәнәһенә эйә. Был исемде урындағы халыҡ аэропорттан Гонолулуға барған автобустарға ҡушҡандар. Был исем, гипертекстты теләгән кешенең төҙәтеүенә мөмкинселек таныған программаның эшләүсеһенә оҡшап ҡалған. Был программаны энциклопедияның нигеҙ ташын һалыусыһы Джимбо Уэйлс эшләгән дә инде. Яңы энциклопедия идеяһында ирекле рәүештә мөхәррирләү принцибындан башҡа мәғлүмәт азатлығы принцибы ла бар ине. Сөнки башҡа энциклопедия эстәлектәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡлана. Шулай итеп эстәлектәрҙе күсереү һәм таратыу ҡанундар менән эҙәрлекләнә. Википедияла иһә «copyleft» принцибы эшләй – һеҙ уның материалдарын теләгәнсә ҡуллана алаһығыҙ (мәҫәлән, үҙегеҙҙең веб сайтығыҙға оҡшаған мәҡәләне алып ҡуя алаһығыҙ), тик ҡайҙан алынғанын ғына белдерер кәрәк. Был принцип википедияның мультимедиа материалдарына ла ҡағылышлы – бында фотоһүрәттәр ҙә, аудио файлдар ҙа (мәҫәлән, төрлө телдәрҙә телмәр үрнәктәре), хатта видеоклиптар ҙа бар. Википедия селтәрҙә 2001 йылдың 15 ғинуарынан бирле эшләп килә. Тәү башта проект инглиз телендә ине, шунан башҡа телдәрҙә лә бүлектәр ойошторола башланы. Хәҙерге ваҡытта ике йөҙгә яҡын тирәһе телдә бүлек бар.

Иң күп мәҡәлә булған тел әлбиттә инглиз теле, хәҙер инглиз телендә (22 август 2006 йылға ҡарата) 1334199 мәҡәлә бар (сағыштырыу өсөн Бөйөк Совет Энциклопедияһында йөҙ мең тирәһе мәҡәлә бар ине). Урыҫ телендәге мәҡәләләр һаны 100 меңде ашты. Төрки телдәрендән иң күп мәҡәлә булған телдәр - Төрөксә утыҙ меңгә яҡын, Үзбәксә биш меңдән ашыу, Татарса 3800 тирәһе мәҡәлә бар. Рәсәйҙәге әҙ һанлы халыҡ телдәре араһындан - Сыуашса 4100, Осетин телендә 3100 тирәһе мәҡәлә бар. Башҡорт телендә лә бүлек асылған һәм 22 август 2006 йылына ҡарата 120 мәҡәлә бар.

Шулай итеп башҡорт телендә википедияның үҫешеүенән ниндәй файҙа булыр ине? Тәү башта википедия телдең интернет селтәрендә нигеҙләнеүенә ярҙам итәсәк, шунан бәлки йәштәрҙең дә туған телгә булған ҡыҙыҡһыныуы ла барлыҡҡа килер – компьютер мониторындан ҡарағанда тел бик йәлеп итеүсән бит!

Википедия, башҡорт халҡының мәҙәни йәшәйешенә Башҡортостан, хата Рәсәй сиктәре тышында йәшәгән вәкилдәрен йәлеп итергә ярҙам итер. Википедия арҡаһында Интернет селтәренең бар ҡулланыусылары башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе «төп телдә», йәғни башҡорт телендә файҙалана аласаҡтар.

Быларҙың барыһы ла википедияның башҡорттарҙың мәҙәни берләшмәһе өсөн булған файҙалары. Бынан башҡа, википедия һәр бер ҡатнашыусы өсөн дә файҙалы буласаҡтыр. Википедия һеҙгә уҡымышлы, белемле һәм ҡыҙыҡ кешеләр менән танышырға ярҙам итәсәктер (Халыҡ-ара һәм бәләкәйерәк күләмдәге википедиясыларҙың осрашыуҙары һәр ваҡыт үткәрелеп тора). Үҙегеҙ ҙә бик күп яңы нәмәләр өйрәнәсәкһегеҙ, бер ҡарағанда бәлки уҡымышлы кеше данына ла ҡауышҡан булырһығыҙ. Википедия һеҙҙең тел белемегеҙҙе яңыртыуға ярҙам итер. Телде бик яҡшы белмәүегеҙ һеҙҙе ҡурҡытмаһын, проектта ҡатнашығыҙ, хаталанһағыҙ төҙәтеүсе һис шикһеҙ табыласаҡтыр. Башҡортса белмәгән, ләкин проектта ҡатнашыу теләге булған дуҫ-иптәштәрегеҙҙә ярҙам итә алалар. Һәйбәт белгән телдәрендә мәҡәләләр яҙараҡ башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының һаҡланыуына булышлыҡ итәсәктәр.

Әйткәндәй, телде онотҡандар өсөн викиәсбаптар проекты файҙалы буласаҡтыр. Ул википедия кеүек, вики принцибында эшләй, ләкин уҡытыу мәҡәләләре төҙөүгә йүнәлгән. Әгәр телде бик һәйбәт беләһегеҙ икән, урыҫ телендәге викиәсбап бүлемендә башҡорт теленең белешмә китабын әҙерләгеҙ (башҡорт телен онотоусыларҙың күбеһе урыҫ телендә һөйләшә бит)! Ә һуңынан башҡорт телендә ентекле викиәсбап әҙерләргә мөмкин. Шунда уҡ (викиәсбап проектында) башҡорт аш-һыу, ашамлыҡтарының рецептарын ҡуйырға, халыҡ кәсептәре, һөнәрҙәре тураһында ҡулланма урынлаштырырға була.

Телдең һаҡланыуына Вики-һүҙлек тә ярҙам итәсәк. Был һүҙлектә орфографик, этимологик, тәржемә һүҙлектәр буласаҡ. Әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, легендаларҙы викитека бүлеменә ҡуйырға була.

Бөтә проекттар – википедия, викиәсбаптар, викиһүҙлек һәм викитека, сауҙа эштәре менән шөғөлләнмәгән Wikimedia Foundation ойошмаһы тарафындан йөрөтөлә.

Шулай итеп викимедия проекттары башҡорт теленең һәм милли мәҙәниәтенең интернет селтәрендә һаҡланыуы өсөн бик ҡулайлы урын булып тора. Хәҙер был проекттарҙа ике йөҙгә яҡын тел бар. Һеҙҙе лә был проекттарҙа ҡатнашыусы итеп күрергә теләр инек!

Our "Network":

Project Gutenberg
https://gutenberg.classicistranieri.com

Encyclopaedia Britannica 1911
https://encyclopaediabritannica.classicistranieri.com

Librivox Audiobooks
https://librivox.classicistranieri.com

Linux Distributions
https://old.classicistranieri.com

Magnatune (MP3 Music)
https://magnatune.classicistranieri.com

Static Wikipedia (June 2008)
https://wikipedia.classicistranieri.com

Static Wikipedia (March 2008)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com/mar2008/

Static Wikipedia (2007)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com

Static Wikipedia (2006)
https://wikipedia2006.classicistranieri.com

Liber Liber
https://liberliber.classicistranieri.com

ZIM Files for Kiwix
https://zim.classicistranieri.com


Other Websites:

Bach - Goldberg Variations
https://www.goldbergvariations.org

Lazarillo de Tormes
https://www.lazarillodetormes.org

Madame Bovary
https://www.madamebovary.org

Il Fu Mattia Pascal
https://www.mattiapascal.it

The Voice in the Desert
https://www.thevoiceinthedesert.org

Confessione d'un amore fascista
https://www.amorefascista.it

Malinverno
https://www.malinverno.org

Debito formativo
https://www.debitoformativo.it

Adina Spire
https://www.adinaspire.com