Web - Amazon

We provide Linux to the World


We support WINRAR [What is this] - [Download .exe file(s) for Windows]

CLASSICISTRANIERI HOME PAGE - YOUTUBE CHANNEL
SITEMAP
Audiobooks by Valerio Di Stefano: Single Download - Complete Download [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Alphabetical Download  [TAR] [WIM] [ZIP] [RAR] - Download Instructions

Make a donation: IBAN: IT36M0708677020000000008016 - BIC/SWIFT:  ICRAITRRU60 - VALERIO DI STEFANO or
Privacy Policy Cookie Policy Terms and Conditions
Башҡортостан ауылдары — Wikipedia

Башҡортостан ауылдары

Википедия – ирекле энциклопедия

Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән тормалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] «Ауыл» һүҙенең аныҡламаһы һәм аңлатмаһы

«Ауыл» һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре «Ауыл» һүҙенә -- Ер эше, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе кешеләр йәшәгән урын -- тип аңлатма бирә. Әммә был «Ауыл» һүҙенең нимәнән килеп сығыуын һәм нимәне аңлатҡанын билдәләмәй.

[үҙгәртергә] Ауылдарҙың төрҙәре

Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.

[үҙгәртергә] Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе

Әлбиттә һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X -- XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған.

[үҙгәртергә] Ауылдарҙың топонимикаһы

Ауылдарҙың исемдәре башлыса ауылға нигеҙ һалыусының исеменән йәки ер-урындың, йылғаның атамаһынан алынған. Ауылдарҙың берәү генә түгел, бер нисә исемлеләре лә булған. Ауыл исеменә «Яңы», «Иҫке», «Оло», «Кесе», «Үрге», «Түбәнге», «Баш», «Тамаҡ» һымаҡ өҫтәмәләр бындай исемле ауыл булған осраҡта ҡулланыла. Әгәр бөгөн өҫтәмәле исемле ауыл булып, шундай уҡ исемле (әммә өҫтәмәһеҙ) ауыл булмаһа, бындай ауылдың элек булыуы бик ихтимал. Башҡорт ихтилалдарынан һуң, башҡорттарҙы ауылдары менән икенсе урынға ҡыуып, был урынға күскенселәрҙе ултыртыу осраҡтары бик күп булған. Күсеп килеүсе башҡа халыҡтар, башҡорттар йәшәгән урында ауыл төпләһәләр, башҡорт ауылының исемен үҙгәртмәгәндәр. Әлбиттә бындай осраҡ һәр ваҡыт булған тип иҫәпләргә ярамай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарға шул ваҡыттағы тәртип буйынса колхоз, совхоз исемдәре бирелгән. Ҡолаҡҡа ятмаған ауыл исемдәре шунан килә. Ауыл топонимикаһына бәйле иң борсоулы мәсәлә булып, башҡорт ауылдарының исемдәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндәге боҙоуҙар тора. Үткән быуаттарҙағы исемлектәрҙе төҙөгәндә теркәүселәр (башлыса урыҫтар) ауыл исемен нисек ишетһәләр, шулай яҙғандар. Өҫтәүенә урыҫсалаштырып «-ово»,«-ево»,«-ое», «-но» ялғауҙарын ҡушҡандар.

[үҙгәртергә] Википедияла ауылдар исемлеген төҙөү

Башҡортостан ауылдарының тулы исемлеген төҙөү тәү ҡарауҙа ғына ябай эш. Ауылдарҙың күплеге исемлекте төҙөгәндә ниндәйҙер тәртипкә һалыуҙы талап итә. Район, ауыл советы сиктәре үҙгәреп тороусан булғанлыҡтан, бындай тәртип бик уңай түгел. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәре тарихи Башҡортостан сиктәре менән тура килмәүен дә оноторға ярамай. Әлифба тәртибе буйынса төҙөһәң, ауыл исемдәрен үҙгәрткән осраҡтар ҙа йыш була. Төрлө райондарҙа ғына түгел, бер үк район эсендә лә исемдәре бер төрлө булған ауылдар бар.

[үҙгәртергә] Ауылдар тураһында яҙма сығанаҡтар

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Генеалогия һәм архивтар сайтында ауылдар бүлеге (урыҫса)

Our "Network":

Project Gutenberg
https://gutenberg.classicistranieri.com

Encyclopaedia Britannica 1911
https://encyclopaediabritannica.classicistranieri.com

Librivox Audiobooks
https://librivox.classicistranieri.com

Linux Distributions
https://old.classicistranieri.com

Magnatune (MP3 Music)
https://magnatune.classicistranieri.com

Static Wikipedia (June 2008)
https://wikipedia.classicistranieri.com

Static Wikipedia (March 2008)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com/mar2008/

Static Wikipedia (2007)
https://wikipedia2007.classicistranieri.com

Static Wikipedia (2006)
https://wikipedia2006.classicistranieri.com

Liber Liber
https://liberliber.classicistranieri.com

ZIM Files for Kiwix
https://zim.classicistranieri.com


Other Websites:

Bach - Goldberg Variations
https://www.goldbergvariations.org

Lazarillo de Tormes
https://www.lazarillodetormes.org

Madame Bovary
https://www.madamebovary.org

Il Fu Mattia Pascal
https://www.mattiapascal.it

The Voice in the Desert
https://www.thevoiceinthedesert.org

Confessione d'un amore fascista
https://www.amorefascista.it

Malinverno
https://www.malinverno.org

Debito formativo
https://www.debitoformativo.it

Adina Spire
https://www.adinaspire.com